ЙӨРӘК ҠУШЫУЫ БУЙЫНСА ҺАЙЛАНҒАН ЮЛ
Ҡыйғы юл ремонт-төҙөлөш идаралығы водителе Ғәйнетдинов Данис Зәйнетдин улы күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте, Башҡортостандың юл хужалығын үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған транспорт хеҙмәткәре” абруйлы исеменә лайыҡ булды.
Тормошто яратыусан, аралашыусан ауыл хеҙмәтсәненең яҙмышы тиҫтерҙәре яҙмышынан әллә ни айырылмай. Үрге Ҡыйғы ауылында Зәйнетдин Ғәйнетдин улы менән Миңһылыу Фәтих ҡыҙының ҙур һәм татыу ғаиләһендә бишенсе бала булып донъяға килә, ғаиләлә тик малайҙар ғына тәрбиәләнә. 1-се урта мәктәптә белем ала. Алыҫ Көнсығыш хәрби округында хеҙмәт итә, Байкал-Амур магистрален төҙөүҙә ҡатнаша. Әйләнеп ҡайтҡас, райондың автомобиль-транспорт предприятиеһы йүнәлтмәһе буйынса Мәсәғүт автомәктәбенә юллана. Әйтергә кәрәк, ул бәләкәйҙән водитель булырға хыяллана, үҙен бары тик руль артында күҙ алдына килтерә. Өҫтәүенә, ике ағаһы водитель булып эшләп йөрөй.
Данис Зәйнетдин улы оҙаҡ йылдар Ҡыйғы АТП-һында уңышлы хеҙмәт итә, предприятиены үҙгәртеп ҡорғас, Ҡыйғы юл ремонт-төҙөлөш идаралығына күсә. Уның хеҙмәт стажы 41 йыл. Райондың юл селтәрен яҡшы белә.
Ҡайҙа ғына эшләмәһен, һәр саҡ үҙ һөнәри бурыстарына яуаплы ҡарай, сөнки техниканы үҙенең тормоштағы иң ҙур мауығыуы тип һанай.
Данис Зәйнетдин улы ҡатыны Әминә Әхмәт ҡыҙы менән ике ҡыҙ һәм бер ул тәрбиәләп үҫтергән. Улы атаһы юлын һайлап, Өфө ҡалаһында автоюлдар техникумын тамамлаған. Бөтә балалары ла эшһөйәр, әҙәпле һәм изге күңелле.
Д. Ғәйнетдиновтың төп сифаты булараҡ коллегалары уның эшкә яуаплы мөнәсәбәтен, ярҙамсыллығын билдәләй. Ул үҙе: “Үҙ һөнәреңде яратырға һәм үҙ эшеңде намыҫ менән башҡарырға кәрәк,” – ти.
Р. Мөхәмәтова.
