Яратҡан һөнәренә тоғро
Фәнис Исрафилов бәләкәй сағынан техниканы биш бармағы кеүек белеп үҫә. Райпола водитель булып эшләгән атаһы Миҙхәт Ҡәйүм улынан күрмәксе, шофер булырға хыяллана. Ул саҡта күпмелер ваҡыттан һуң үҙе водителдәр әҙерләйәсәге хаҡында уйына ла инмәй.Фәнис Исрафилов бәләкәй сағынан техниканы биш бармағы кеүек белеп үҫә. Райпола водитель булып эшләгән атаһы Миҙхәт Ҡәйүм улынан күрмәксе, шофер булырға хыяллана. Ул саҡта күпмелер ваҡыттан һуң үҙе водителдәр әҙерләйәсәге хаҡында уйына ла инмәй.
1-се Асҡар урта мәктәбен тамамлағас, Йылайыр техникумына уҡырға инә. Агрономия факультетын һайлай, унда трактор йөрөтөүгә өйрәтеүҙәре күңеленә ята. 2001 йылда тыуған мәктәбенә эшкә килә. Магнитогорск индустриаль колледжында техник-механик дипломын алған Фәнис Миҙхәт улы технологиянан уҡыта башлай. Юғары педагогик белем кәрәк булыуын аңлап, Магнитогорск педагогия институтында ситтән тороп уҡый. Бер аҙҙан мәктәп етәкселеге 10-11 кластар өсөн автодело дәрестәрен алып барыуҙы тәҡдим иткәс, ҡыуанысының сиге булмай. Күңелен һалып, тырышып буласаҡ водителдәргә белем бирә башлай. Әйткәндәй, үҙенең бөтә категорияға «права»лары бар, беренсе класлы водитель.
— Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен белеү, уларҙы теүәл үтәү үҙеңдең һәм башҡаларҙың хәүефһеҙлеге өсөн тәү талап булыу икәнлеген аңлатырға тырышам, — ти Фәнис Миҙхәт улы. — Дәрестәрҙә үк кемдең ниндәй водитель буласағын күрәм.
Әллә нисә быуын водителдәр сығарған уҡытыусының байтаҡ уҡыусылары бөгөн тап ошо һөнәр буйынса уңышлы эшләп йөрөүҙәре уның өсөн ғорурлыҡ.
2014 йылда Асҡар урта мәктәбенә балаларҙы ташыу өсөн автобустар килгәс, яуаплы, ышаныслы Ф. Исрафиловты водитель итеп ҡуялар. Иртән, төш, кис рейстарҙа балаларҙы ташыһа, уның араһындағы ваҡытта автоделонан уҡыта. Кискеһен автомәктәпкә өлкәндәр килә.
Мәктәп автобусын яҡшы йөрөткән водитель Фәнис Миҙхәт улы 2018 йылда районда һөнәре буйынса иң яҡшыһы тип табылған.
— Беҙ алдан билдәләнгән маршрут буйынса йөрөйбөҙ. Баланың йәки ата-әсәләрҙең теләге буйынса өйгә яҡыныраҡ тип төшөрөп ҡалдыра алмайбыҙ. Уҡыусыларҙың именлеге өсөн беҙ яуаплы икәнлеген аңлаһындар ине, — ти ул.
«Тормошта кәрәге тейер әле» тип алған тағы бер һөнәре лә бушҡа ҡалмай, ул механик бурыстарын да атҡара. Мәктәптең автопаркында өс автобус, уларҙың төҙөклөгөн ҡарау, яғыулыҡ һәм алмаш өлөштәр менән ваҡытында тәьмин итеү, документацияны тәртиптә тотоу, рейс алдынан медик менән водителдәрҙе тикшереп сығарыу уның иңендә.
Пандемия осоронда рейстарҙың графигы үҙгәреү сәбәпле, хәҙер ул мәктәп автобусын йөрөтмәй. Шулай ҙа эше кәмемәгән, район хакимиәтенең өр-яңы «Форд-транзит» микроавтобусын ышанып тапшырғандар. Алыҫ командировкалар, ярыштар күберәк ял көндәренә тура килһә лә, Фәнис Исрафилов бер һүҙһеҙ юлға сыға. Быйыл йәй буйы район инвалидтар йәмғиәте ойошторған «Ағиҙел тулҡындарында» туры буйынса һигеҙ тапҡыр Бөрйән районына барып ҡайтҡан. Физик мөмкинлектәре сикле ололарҙы оҙон юлда имен-аман йөрөткән, сплавта ярҙамлашҡан өсөн йәмғиәттең Рәхмәт хатына ла лайыҡ булған.
Итәғәтле, ипле ир-егеттең ғаилә тормошо ла ал да гөл. Ғүмер юлдашы Ләйсән Сәлимйән ҡыҙы инглиз теле уҡытыусыһы, бер мәктәптә эшләйҙәр. Татыу ғаиләлә ике ҡыҙ үҫә.
— Бөтә водителдәрҙе байрам менән ҡотлайым, юлдары тигеҙ булһын, һәр сәфәрҙән имен ҡайтырға яҙһын, — тип теләне Фәнис Миҙхәт улы.
Автор:Динара Сафиуллина
