Яҡшы орлоҡ – уңыш нигеҙе
2020 йылдың 1 июленән беҙҙә “Россельхозцентр” федераль дәүләт бюджет учреждениеһының Башҡортостан Республикаһы буйынса филиалының Баймаҡ район бүлеге рәсми рәүештә эш башланы. Бүлектең эшмәкәрлеге, киләсәккә бурыстары һәм үткән осорға йомғаҡтары тураһында уның начальнигы Р.Ғ. Рәхмәтуллин менән әңгәмәләштек.
– Радик Ғәле улы, яңы хеҙмәт иңенә ниндәй бурыстар йөкмәтелгән?
– ”Россельхозцентр” ФДБУ-һы филиалының Баймаҡ район бүлеге орлоҡсолоҡ, үҫемлектәрҙе һаҡлау мәсьәләләре менән шөғөлләнә. Орлоҡсолоҡ өлкәһендә беҙҙең хеҙмәткә орлоҡ материалының сәсеү һәм сорт сифаттарын асыҡлау буйынса анализдар үткәреү, сорт яңыртыу, орлоҡсолоҡ буйынса практик ярҙам күрһәтеү, үҫемлектәрҙе һаҡлау йүнәлешендә иһә ауыл хужалығы культуралары ауырыуҙары һәм ҡоротҡостары, ҡый үләндәре менән көрәш буйынса саралар системаһын эшләү һәм мониторинглау мәсьәләләре йөкмәтелгән.
– Районда орлоҡсолоҡ өлкәһендә хәл нисек һәм яҙғы баҫыу эштәренә орлоҡ әҙерләү нисек бара?
– Яҙғы сәсеүҙе атҡарып сығыу өсөн 14600 тонна иген культуралары орлоғо кәрәк буласаҡ. Былтыр районда ҡоролоҡ булыу арҡаһында етерлек күләмдә орлоҡ һалынманы. Әле хужалыҡтарҙа 11400 тонна орлоҡ тупланған; бер үк ваҡытта етмәгәнен һатып алыу буйынса эш әүҙем дауам итә. Әйтергә кәрәк, алынған орлоҡ материалы Башҡортостан Республикаһы буйынса дәүләт реестрына индерелгән, районлаштырылған һәм сифат буйынса барлыҡ сертификаттары ла булырға тейеш. Әлегә иһә сорт яңыртыу маҡсатында 50 тонна элиталы орлоҡ, 10 тонна күп йыллыҡ үләндәр һәм 20 тонна судан үләне орлоҡтары һатып алынған. Бер үк ваҡытта орлоҡтарҙың сәсеү сифатын тикшереү дауам итә. Был йүнәлештә Ленин исемендәге АХК, “А.Шәрәфетдинов”, “А.Мырҙаҡаев”, “В.Землянский”, “Ю.Найденов”, “Р.Яхин”, “Р.Рәсүлев”, “Р.Якиев”, “Ә.Ҡолмөхәмәтова” КФХ-лары, “Колос” ЯСЙ-һы, Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө тикшеренеү үҙәге Баймаҡ ғилми подразделениеһының эште яҡшы ойоштороуҙарын билдәләп үтергә кәрәк.
Әйтергә кәрәк, ауыл хужалығы тармағына ла яңы технологиялар килде. Был “Агросемэксперт” берҙәм федераль мәғлүмәт программаһының тормошҡа ашырыла башлауы менән бәйле. Хәҙер ауыл хужалығы тауары етештереүселәренең орлоҡсолоҡҡа бәйле барлыҡ мәғлүмәттәре федераль кимәлдәге дөйөм базаға туплана.
– Һеҙ етәкләгән бүлектең үҫемлектәрҙе һаҡлау өлкәһендәге роле ниҙә?
– Ауыл хужалығы культураларының ҡыйланыу, ҡоротҡостар һәм ауырыуҙар менән зарарланыу кимәлен асыҡлау йәһәтенән беҙҙең бүлек белгестәре тарафынан 125 хужалыҡтың 95600 гектар майҙанында фитосанитар мониторинг үткәрелде, ул юл картаһына ярашлы эшләнде. Зарарлы организмдарҙың таралыуын иҫкәртеү һәм юҡ итеү маҡсатында 12000 гектар сәсеүлектәр – инсектицидтар, 3500 га – фунгицидтар һәм 87000 гектар гербицидтар менән эшкәртелде. Зарарлы организмдарҙың ҡышлау кимәлен асыҡлау маҡсатында үткәрелгән көҙгө тикшереүҙәр шуны күрһәтте: быйыл да ҡыяҡлылар бете, трипстар, ҡурҡыныс бөжәк – ҡара сиңерткәгә (саранча – ред.) бәйле хәл еңелдән булмаясаҡ. Йылы көҙ ҡоротҡостарға үҫеш циклын уңышлы бөтөү мөмкинлеге бирҙе. Яҡшы ҡышлаған осраҡта һәм яҙғы-йәйге осорҙағы һәйбәт һауа шарттарында трипстарҙың юғары үҫеш кимәленә өлгәшеүе ихтимал. Быйыл да беҙҙең бүлек, “Цифрлы фитомониторинг” берҙәм федераль мәғлүмәт системаһын файҙаланып, был тәңгәлдә эште уңышлы дауам итәсәк. Атап үтелгән программаға ярашлы, зарарлы организмдар, ҡый үләндәре мәсьәләһен контролгә алыу һәм һаҡлау саралары үткәреү, махсус сертификатҡа эйә үҫемлектәрҙе һаҡлау сараларын алып килеү “Россельхозцентр” ФДБУ-һы филиалы аша атҡарыласаҡ.
Ғөмүмән, иң яуаплы ауыл хужалығы кампанияларының береһе – яҙғы баҫыу эштәренә лә күп ваҡыт ҡалманы. Сәсеүҙе яҡшы әҙерлек менән ҡаршы алыу, ҡулайлы агротехник сроктарҙа үткәреү һәм яҡшы уңыш үҫтереп алыу – ауыл хеҙмәтсәненең иң мөһим бурыстары ның береһе.
Азамат МӨХӘМӘТШИН әңгәмәләште
