Тырышлыҡ менән оҫталыҡ бергә үрелгәндә
Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, тигән һүҙҙәр күптән таушалып бөтһә лә, Ҡырмыҫҡалы ауылында йәшәүсе Ринат Рәхмәтуллиндың эштәрен күреп, был мәҡәлгә тағы әйләнеп ҡайтам, сөнки ниндәй эшкә тотонһа ла, ҙур оҫталыҡ менән башҡарған, һәр ваҡыт яңы һөнәрҙәр өйрәнеү теләге менән янған Ринат Фәрит улына был һүҙҙәр тап килеп тора.
Мәҡәләм геройы Ҡырмыҫҡалы ауылында донъяға килгән. Ул урындағы мәктәптә белем алғандан һуң, Алыҫ Көнсығышта хәрби-һауа көстәрендә хеҙмәт итә. Ватаныбыҙ алдындағы хәрби бурысын үтәп ҡайтҡас, Ляховолағы һөнәрселек училищеһында уҡып, киң профилле тракторсы-машинист таныҡлығы ала. Артабан тыуған ауылына ҡайтып, ең һыҙғанып эшкә тотона. Үҙен бөтөнләй икенсе юҫыҡта һынап ҡарарға итә һәм төҙөлөш бригадаһы туплап, бихисап йорттар һәм башҡа объекттар файҙаланыуға тапшыра. Әйткәндәй, Ринаттың балта оҫтаһы икәнлеген тирә-яҡта ла яҡшы беләләр. Ябай ғына ағас киҫәгенән дә күҙҙең яуын алырҙай төрлө әйберҙәр эшләп ҡуя ул – семәрләп эшләнелгән йорт йыһаздары, тирмәләр, арбалар һәм башҡаларҙың һәр береһе үҙенсәлекле. Уның фантазияһына һоҡланырлыҡ. “Тәүҙә бөтә геометрик фигураларҙы ҡағыҙға төшөрәм, артабан шул һыҙымдарға ҡарап ағасты киҫәм. Ҡайһы ваҡыт башта ниндәй формалар ҡайнай, таҡтаны ла шулай эшләйем”,- ти Ринат Фәрит улы. Ағастан төрлө форма килтереп сығарыу өсөн бер нисә станогы ла бар. Әйткәндәй, ул дүрт станогын да үҙе йыйып алған. Элегерәк заказсы үлсәмдәре буйынса тәҙрәләр, ишектәр эшләгән. Бөгөн генә быға һорау кәмене, сөнки заман башҡа заң башҡа, тигәндәй хәҙер халыҡ заманса пластик тәҙрәләргә өҫтөнлөк бирә. Шулай, бөгөнгө көндә ул пластик тәҙрәләр, ишектәр эшләү менән мәшғүл.
Көнө буйы эшләп, арып ҡайтыуына ҡарамай, гел генә йорт тирәһендә, бынан тыш, төнгә тиклем оҫтаханаһында булыша. Буш ваҡытында ситса алъяпҡыстарын тағып, яҡындарын тәмле аштары менән һыйларға ярата. Ә бешергән аштары һәр саҡ телде йоторлоҡ тәмле була. Эйе, ул бер ҙә был ҡатын-ҡыҙҙар эше тип иҫәпләшеп тормай.
- Быйыл ҡаҙ өмәһен дә икәү генә башҡарҙыҡ. Ул миңә ҙур ярҙамсы булды. Ҡаҙҙарҙың йөнөн дә йолҡошто, эсен дә алышты. Бер-беребеҙгә кәңәштәр бирә-бирә бергәләп эшләгәс, йырып сыҡҡыһыҙ мәшәҡәт күренгән эште лә тиҙ арала тамамлап ҡуйҙыҡ,- ти ҡатыны Фирүзә.
Оҫта ҡуллы Ринат Фәрит улы быйыл йәй үҙ ҡулдары менән ҡеүәте 15 ат көсөнә торошло минитейәгес трактор йыйып алған.
- Яҙын баҡса эштәрендә, ҡышын ҡар таҙартыуға ярап ҡала,- ти ул. - Ҡайһы бер алмаш частарын һатып алдым, икенселәрен үҙем иретеп йәбештереп йүнәтеп алдым. Барлыҡ уйлаған уйҙарым еңел бирелде. Һәр деталде иретепйәбештереү аппараты менән үҙем йәбештерҙем. Тимерҙәрҙе һүтеп ҡабаттан эшләргә тура килмәне.
Тракторҙың бер нисә тиҙлек режимы бар, һәр бурысты үтәүгә айырым рычаг ҡуйылған. Геройыбыҙ тағы ла ер һабаны эшләү уйы менән яна.
Кешенең ҡулынан килмәгән эш юҡ, теләктән тыш тырышлыҡ ҡына кәрәк. Ә эштең һөҙөмтәһе яңы үрҙәр яуларға илһам бирә. Ринат Рәхмәтуллин да киләсәктә яңы ижад емештәре менән һөйөндөрөр әле.
Айһылыу Ильясова.
Автор:Фируза Рахматуллина

