СЕРТИФИКАТҠА ЛАЙЫҠ БУЛДЫ!
22 августа 2022
29-30 июлдә Баймаҡ районында беренсе “Башҡорт аты” республика фестивале уҙҙы.
Салауат районының данын шәхси эшҡыуар, крәҫтиән (фермер) хужалығы башлығы Илшат Урал улы Закиров яҡланы. Башҡорт тоҡомонан 4 йәшлек һәм унан өлкәнерәк аттар араһында Илшат Закиров 5 200 метрлыҡ арауыҡ уҙышта беренсе урын алды. Ә ҡатнаш башҡорт тоҡомло аттар араһында ул өсөнсө урынды яуланы. Илшат Закиров кубок һәм сертификат менән ҡайтты!
