Ҡоролтай хәрәкәтенә фермерҙар ҙа тос өлөш индерә
11 апреля 2022
Хәйҙәр Килдеғошов һәм Линар Әхмәтов әүҙем эшмәкәрлектәре өсөн район хакимиәтенең һәм Ҡоролтайҙың наградаларына лайыҡ булды
Йомаштан крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы Хәйҙәр Килдеғошов һәм Кәрешкәнән фермер Линар Әхмәтов үҙҙәренең производствоһын тейешле кимәлдә ойоштороп ҡына ҡалмай, ә ауыл тормошонда ла әүҙеә ҡатнаша, һәр яҡлап ярҙам күрһәтә.Был ике аҫыл ир-егет оҙаҡ йылдар дауамында "Һаҡмар" гәзитен күтәрмәләүгә тос өлөш индерә, баҫмаға яҙылыу кампаниялары осоронда матди ярҙам күрһәтә.
Әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн Хәйҙәр Миңнәхмәт улы район хакимиәтенең Маҡтау грамотаһы, ә Линар Фирғәт улы Ҡоролтайҙың Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.Ҡотлайбыҙ!
Автор:Азамат Мухаметшин
